«Ҡараһаҡал бәйгеһе»
Декабрь 19, 2025
Просмотров: 125
19-сы декабрҙә Лағыр мәктәбендә дүртенсе тапҡыр 15 йәшкә тиклем егеттәр араһында «Ҡараһаҡал бәйгеһе» үтте. Тырнаҡлы (Лағыр), Мырҙалар (Янғантау), Түбәләҫ (Мөрсәлим), Ҡаратаулы (Малаяҙ), Шайтан-Көҙәй (Әлкә) һәм Тырнаҡлы (Торналы) ырыуҙары көс һынашты. Бөтәһе 11 һынау төрөндә ярышты улар: «Ырыуың кем?» үҙ-үҙең менән таныштырыу конкурсы (ырыу атамаһы, ҡошо, ағасы, ораны һәм тамғаһы); «Шәжәрә – тарихҡа бағыр тәҙрә» конкурсында нәҫел ағасын барлауын видеопрезентация ярҙамында күрһәтте. Физик көс талап иткән ярыштар башлыса спорт залында үтте. Командалар спорт ярыштарында «Ҡамыр батыр», «Алдар батыр», «Уғатар батыр», «Йүгерек батыр» исемдәре өсөн көрәште. Һәр егет, йәйәнән сәпкә уҡ атып, мәргәнлектә ярышты. «Солоҡ батыр» бәйгеһендә команданың һәр бер ағзаһы вертикаль канатҡа үрмәләне. «Аҡъял батыр» конкурсында егеттәр сыбыртҡы менән эш итеп, сәпкә тейҙерә алыу һәләтен күрһәтте. Төрлө ауырлыҡтағы йомро һуйыр таштарҙы билдәле бейеклектәге өҫтәлгә һалыуҙа ла батырҙар һынатманы. «Алып батыр» бәйгеһендә һәр команданан ике егет таяҡ тартышты. Батырҙар суҡмар ташлауҙа ла үҙ-ара көсөн күрһәтеп «Суҡмар батыр» исеме өсөн көрәште. Замана менән бергә атлап, егеттәр дрон менән идара итеп «Шоңҡар батыр» конкурсында ҡатнаштылар. Бүләктәр ҙә бик шәп булды: аҡыллы сәғәттәр, аҡыллы колонка, ҡиммәтле наушниктар, термостар! Тырнаҡлылар (Лағыр) - 1-се, Шайтан-Көҙәй (Әлкә) - 2-се, Мырҙалар (Янғантау) - 3-сө урын алды. Ойоштороусыларға, мәктәп администрацияларына, спонсорҙарға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.