1. Учителям
  2. Новости
  3. Последний звонок

Последний звонок

Май 24, 2025 Просмотров: 1402
Һуңғы ҡыңғырау бөтә уҡыусылар өсөн дә көтөп алынған байрам. Лағыр урта мәктәбен быйыл 9-сы класты 15 уҡыусы тамамланы. Оло тормош алдында торған йәштәр өсөн был көн шатлыҡлы ла, шул уҡ ваҡытта моңһоу ҙа.
Сығарылыш класс уҡыусыларын байрам менән Салауат районы мәғариф идаралығы етәксеһе Кәримова Әлфиә Рәмил ҡыҙы тәбрикләне. Ул шулай уҡ алда торған имтихандарҙы уңышлы тапшырып, алдағы тормошта ла һынатмауҙарын теләне. Сығарылыш класс уҡыусыларына мәктәп директоры, уҡытыусылар, класс етәксеһе һәм ата-әсәләр ҙә изге теләктәрен еткерҙе. 
Һуңғы мәктәп ҡыңғырауының сыңы - бала саҡ тамамланыуын һәм үҙаллы оло юл башланыуын белдереүсе тулҡынландырғыс мәл ул. Әле ҡасан ғына мәктәп тупһаһын ашатлап кергән кеүекһең, ә хәҙер инде улар һуңғы мәктәп вальсын бейей. Шау-шыулы мәктәп йылдырын хәтерләтеп, һуңғы ҡыңғырау сыңы ҡолаҡтарҙа оҙаҡ яңғырар әле. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, хыялларҙы ысын итәһе һеҙгә! 10 класта көтөп ҡалабыҙ!